2 Шунда миңә Раббы һүҙе булды:
Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.
– Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. –