Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 2:8 - Изге Яҙма

8 Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 2:8
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Пеғор Бәғеленә табына башланы, Үлеләргә килтерелгән ҡорбандарҙы ашаны.


Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.


Раббы миңә, был халыҡ тотҡан юлдан бармаҫҡа иҫкәртеп, ҡөҙрәтле ҡулын өҫтөмә ҡуйған килеш былай тине:


Мин, Раббы ҡушҡанса, билбау һатып алып, билемә быуҙым.


Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.


– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Миңә нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнем. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәремде көндөҙ сығарып ҡуйҙым. Кис көнө ҡулым менән диуарҙа тишек яһаным да, әйберҙәремде ҡараңғыла сығарып, барыһының күҙ алдында яурыныма һалып алдым.


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


– Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.


– Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ.


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


Фәрештә янына килдем дә шул ҙур булмаған төргәк китапты миңә биреүен һораным. Фәрештә миңә: – Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ