Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 2:7 - Изге Яҙма

7 Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 2:7
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Мусаға: – Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине.


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Ундағы халыҡҡа әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары, Йәһүҙә халҡы, был ҡапҡаларҙан үтеп йөрөгән Йәрүсәлим кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!


Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.


Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде.


Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ.


Йермеяһ үҙенә шулай тип ҡаршы төшкән халыҡҡа, ирҙәргә һәм ҡатындарға:


Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.


Һин, Йермеяһ, быларҙың бөтәһен дә уларға һөйләрһең, әммә улар һиңә ҡолаҡ һалмаясаҡ. Һин уларҙы саҡырырһың, әммә улар яуап ҡайтармаясаҡ.


Мин һөргөндәгеләргә Раббы күрһәткәндәрҙең барыһын да һөйләп бирҙем.


– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар.


Шуға күрә, эй әҙәм улы, Исраил халҡына һөйлә, әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙең аталарығыҙ, Миңә хыянат итеп, бына тағы нисек хурланылар:


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, инде Исраил нәҫеленә бар, уларға Минең һүҙҙәремде һөйлә.


– Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


«Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, – ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, –


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ