13 Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде.
Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Эй Аллам, иҫәрлегемде Һин беләһең; Ғәйептәрем дә Һинән йәшерен түгел.
Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине. Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды, Емеше уңды.
Һеҙҙе халыҡтарҙың сүленә алып барасаҡмын һәм шунда һеҙҙең менән йөҙмә-йөҙ хөкөмләшәсәкмен.
Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.
Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».