Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 18:27 - Изге Яҙма

27 Әгәр яуыз кеше, ҡылған яманлығынан баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Әгәр яуыз кеше яман эштәренән баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Әгәр яуыз кеше, ҡылған яманлығынан баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 18:27
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Яуызлыҡ эшләгән кеше, гонаһ ҡылыуҙан баш тартһа, бөтә ҡағиҙәләремде теүәл үтәһә, ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Тоғро кеше, үҙенең хаҡ юлын ташлап, енәйәт ҡылһа, шул арҡала үләсәк. Эйе, эшләгән енәйәте арҡаһында үләсәк ул.


Ҡылған бөтә енәйәттәрен танып, ихлас күңелдән ваз кискәнгә күрә, ул мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа,


Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине.


Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ