Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 17:23 - Изге Яҙма

23 Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 17:23
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села


Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө. Һыны Ливан тауҙарылай ғорур, Кедр ағастарылай мөһабәт.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.


Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең.


«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Ҡоштар ботағында оя ҡорҙо. Аҫтында ҡырағай йәнлектәр балаланы, Күп ҡәүемдәр күләгәһендә йәшәне.


Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ.


Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.


Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора.


Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.


Үренделәре төрлө яҡҡа таралыр. Ул зәйтүн ағасы һымаҡ гүзәл булыр, Ливан кедрылай хуш еҫ аңҡытыр.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.


Ә инде сәскәс, шытып сыға, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк булып үҫә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.


Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ