Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 17:20 - Изге Яҙма

20 Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 17:20
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бер ваҡыт Авшалом Дауыттың кешеләренә тап булды. Ул ҡасырға атланғайны. Ҡасыр ҙур бер имәндең ботаҡтары араһына инеп киткәс, Авшалом сәсе менән имән ботағына сырмалды ла һауала аҫылынып ҡалды, ә ҡасыры өркөп ҡасып китте.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.


Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.


Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине.


Шуға һеҙҙең менән дәғүәләшәм, – тип белдерә Раббы. – Хатта улдарығыҙҙың улдарына ла дәғүә ҡуясаҡмын!


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән уның түрәләрен йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына, сигенгән Бабил батшаһы ғәскәренә тапшырам.


Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?»


Юғарынан ут яуҙырҙы – Елегемә тиклем үтеп инде. Ау ташланы – аяҡтарым тышауланды; Мине кире боролорға мәжбүр итте. Мине көндәр буйы ғазап ҡосағында Япа-яңғыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.


Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.


Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.


Раббы Хаким былай ти: „Күп халыҡтар йыйынында Өҫтөңә ауымды ырғытырмын, Улар һине йәтмәм менән һөйрәп сығарасаҡ.


Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Ләкин юлға сығыу менән, Мин баштарына ау ырғытырмын, Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм – Йыйындарында белдергәнемсә, Мин уларҙы язаға тарттырам.


Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ