Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:60 - Изге Яҙма

60 Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

60 Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

60 Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:60
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.


Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.


Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


«Мин Раббы ғәҙеллек һөйәм, Талау һәм йәбер-золомға нәфрәтләнәм; Тоғро ҡалып, ғәмәлдәренә күрә бирермен, Улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн.


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы.


Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ