Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:52 - Изге Яҙма

52 Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

52 Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

52 Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:52
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны. – Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем. Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.


Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


һеҙҙе мәңгелек хурлыҡҡа, мәсхәрәгә дусар итермен, һәм улар онотолмаҫ.


Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. –


Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.


«Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде».


Әммә һин уларҙың ғына юлын ҡыуып, уларҙың ғына әшәкелектәрен ҡылып ҡалманың, был ғына һиңә аҙ тойолдо, һин уларға ҡарағанда ла аҙғыныраҡ булдың.


Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеңлең Содом да, ҡыҙҙары ла һин ҡыҙҙарың менән ҡылғанды эшләмәне.


Әммә, бер көн килеп, Мин Содом менән уның ҡыҙҙарын, Самария менән уның ҡыҙҙарын, улар менән бергә һине яңынан мул, имен тормошҡа ҡайтарырмын.


Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны.


Яманатың фашланғанға тиклем, ғорур көндәреңдә һеңлең Содомдың исемен мыҫҡыллап телгә алманыңмы ни? Инде һин үҙең Эдом ҡыҙҙары һәм уның күршеләре, пелешти ҡыҙҙары, һиңә ерәнеп ҡараған бөтә әйләнә-тирәләгеләр алдында хурлыҡҡа ҡалдың.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.


Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.


Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар.


Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.


Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Ә изгелек ҡылған һәр кемгә, башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ