Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:3 - Изге Яҙма

3 Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:3
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.


Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.


– Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Һин – Раббым Аллам, Һин Ибрамды Үҙең һайлап алып, халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан алып киттең, уға Ибраһим тип исем бирҙең,


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Һинең тәү бабаң гонаһ ҡылды, Аралашсыларың Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


– Эй әҙәм улы, Йәрүсәлимгә уның ерәнгес ғәмәлдәрен белдереп һөйлә.


Тыуған көнөңдә һинең кендегеңде ҡырҡманылар, һыу менән йыуындырманылар, тоҙ менән ыуманылар һәм йүргәккә төрмәнеләр.


Ире менән балаларын һанға һуҡмаған әсәңдең ҡыҙы һин, ирҙәре менән балаларын һанға һуҡмаған ҡыҙ туғандарыңдың туғаныһың. Әсәң – хитти ҡыҙы, ә атайың әмөри ине.


Ҡылысыңды ҡынына тыҡ! Мин һине яратылған ереңдә, Тыуған тупрағыңда хөкөм итәсәкмен.


Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле һинекенән еңелерәк булыр.


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?


Үҙенең янына һыуға сумдырылырға тип килгән халыҡҡа Яхъя: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ, тине?


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бойорғанса, уларҙы харам ҡыл: хиттиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе тотош юҡ ит.


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре;


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ