Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:25 - Изге Яҙма

25 Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:25
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Ғенайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы – был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны.


Ул бындағы кешеләрҙән һораша башланы: – Ғенайим юлында ултырған ҡорам фәхишәһе ҡайҙа икән? Әммә уға: – Унда бер ниндәй ҙә ҡорам фәхишәһе ултырғаны булманы, – тип яуап бирҙеләр.


Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


«Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуң Минең йортомда булырға ни хаҡың бар? Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ, Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең».


Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең.


Тик, эй Исраил нәҫеле, Миңә хыянат иттең! Һин иренә хыянат иткән ҡатын һымаҡ булдың», – тип белдерә Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып, фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың.


Һәр юлдың сатында фәхеш убалары ҡорҙоң, һәр майҙанға табыныу ҡалҡыулыҡтары өйҙөң. Хатта фәхишә кеүек тә булманың һин, сөнки түләү итеп бирелгән бүләктәрҙе кире ҡаҡтың.


Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ.


Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ