Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:13 - Изге Яҙма

13 Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:13
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.


Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.


Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.


Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.


Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған.


Ҡайҙа һуң аяҡтарым һөттә йыуылған, Ҡаяларҙан зәйтүн майы ағып торған көндәр!


Ишетегеҙ быны бар халыҡтар! Тыңлағыҙ, донъяла йәшәүселәр:


Дауыт Баҫ-Шевағ менән булғандан һуң, уға пәйғәмбәр Наҫан килеп киткәс.


Аталарыбыҙ Һине данлаған урын – Мөҡәддәс һәм күркәм ҡорамыбыҙ яндырылды, Бөтә ҡәҙерле нәмәбеҙ һәләк булды.


Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.


Һиңә Мин биргән алтын һәм көмөш биҙәнгестәрҙән ир-ат һындары яһаның һәм улар менән зина ҡылдың.


Мин һиңә биргән ашамлыҡтарҙы – һине туҡландырған иң яҡшы бойҙай онон, майҙы, балды – хуш еҫле төтәтеү ҡорбаны итеп алдарына ҡуйҙың. Тап шулай булды, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Өҫтәүенә, алыҫта йәшәгән ирҙәрҙе саҡырып, илселәр ебәрҙеләр. Һин, Оһолива, уларҙың килеүенә йыуынып, күҙҙәреңә һөрмә тартып, биҙәүестәреңде тағып ҡаршы алдың.


Тауарҙарың күп булғанға күрә, Арам һинең менән сауҙа итте. Әйберҙәрең өсөн ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Нағышлы һәм нәфис етен туҡымалар, Фирүзә, мәрйен һәм ҡыҙыл яҡут бирҙе.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


Бойҙайы, арпаһы, йөҙөм, инжир, анар, зәйтүн ағастары һәм балы булған ергә.


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ