Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:10 - Изге Яҙма

10 Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Өҫтөңә сигеүле кейемдәр кейҙерҙем, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:10
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.


ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы,


Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшлә: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән булһын.


Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.


Оҫталар алтын, шулай уҡ зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен ҡулланһын.


Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.


Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.


Уларға нағышлы күлдәктәреңде кейҙерҙең, уларҙың алдына Минең зәйтүн майымды һәм хуш еҫле сайырымды ҡуйҙың.


Һине ҡырҙағы үлән кеүек үҫтерҙем. Үҫеп буйға еттең, күркәмләндең, түштәрең йомроланды, толомдарың оҙонайҙы. Әммә һин яланғас, шәрә инең.


Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.


Тауарҙарың күп булғанға күрә, Арам һинең менән сауҙа итте. Әйберҙәрең өсөн ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Нағышлы һәм нәфис етен туҡымалар, Фирүзә, мәрйен һәм ҡыҙыл яҡут бирҙе.


Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.


Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,


алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен,


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ