1 Миңә Раббы һүҙе булды:
Тәҡүәлек халыҡ өсөн – ҙурлыҡ, гонаһ иһә халыҡ өсөн – хурлыҡ.
Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!
Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.
Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм.
Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.
– Эй әҙәм улы, Йәрүсәлимгә уның ерәнгес ғәмәлдәрен белдереп һөйлә.
Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.
– Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.
Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен.
Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.
Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.
Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.
Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине.