Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:23 - Изге Яҙма

23 Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:23
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ.


Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.


Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.


Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны.


Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.


Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.


Шул саҡта үҙҙәренең ғәйептәрен, ата-бабаларының енәйәттәрен танырҙар, Миңә хыянаттарын, тиҫкәрелектәрен,


шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар,


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ