Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:22 - Изге Яҙма

22 Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап йыуаныс табырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:22
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.


Зәйтүн ағасынан емештәрен Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә, Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа, Донъя халыҡтары шулай ҡалыр.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам!


Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».


Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.


Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.


Фирғәүен уларҙы күрер ҙә үҙенең бөтә ғәскәре, үҙе һәм өйөр-өйөр халҡы ҡылыстан һәләк булғанға бик үк әсенмәҫ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ