Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:13 - Изге Яҙма

13 – Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 – Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәреп ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 – Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:13
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.


әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.


Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.


Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ: Икмәк менән һыуҙы,


Һеҙ: «Унда бушлыҡ, кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡалманы, ул халдейҙар ҡулына бирелгән», – тип әйткән ерҙәге баҫыуҙар йәнә һатып алыныр.


Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.


Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.


Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам,


Йәки был илгә ҡырғын ебәрһәм һәм ҡан ҡойҙорғос асыуымды яуҙырһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы юҡ итһәм,


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуға күрә, эй әҙәм улы, Исраил халҡына һөйлә, әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙең аталарығыҙ, Миңә хыянат итеп, бына тағы нисек хурланылар:


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.


Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. –


Һеҙҙе һәләк итер өсөн өҫтөгөҙгә аслыҡтың аяуһыҙ уҡтарын ебәрәсәкмен. Арағыҙҙа ҡытлыҡты көсәйтәсәкмен, ризыҡ менән тәьмин итеүгә сик ҡуясаҡмын.


Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.


Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.


Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ