Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:1 - Изге Яҙма

1 Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп, ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.


Һаҡсы яуаплай: «Таң атырға күп ҡалманы, Ләкин төн йәнә буласаҡ. Әгәр ҙә тағы һорарға теләһәгеҙ, кире килеп һорағыҙ».


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


Шул саҡ миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.


– Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Һин улар өсөн уйын ҡоралында оҫта уйнаған, матур тауышлы һөйөү йырсыһы кеүекһең. Һүҙҙәреңде тыңлайҙар, әммә әйткәндәреңде үтәмәйҙәр.


Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Икенсе көндө Йәрүсәлимдә йәһүд башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды.


Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ