Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 13:9 - Изге Яҙма

9 Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 13:9
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы.


Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддан һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр:


Делаяһ, Товияһ, Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше.


Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.


Гүйә сүлдәге ябалаҡ, Харабалағы өкөгә әйләнгәнмен.


Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр.


Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,


Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!


Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.


Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер.


Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Батшаның да, түрәләрҙең дә йөрәге ҡалтырар; Ҡаһиндарҙың ҡото осор, пәйғәмбәрҙәр дәһшәткә төшөр».


Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Халыҡ йәшәгән ҡалалар емерелер, ер ташландыҡ булып ҡалыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шул арҡала һеҙ башҡаса уйҙырма күренмештәр күрмәҫһегеҙ һәм күрәҙәлек итмәҫһегеҙ. Мин халҡымды һеҙҙең ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм –


Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар.


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер, Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр, Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр.


Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ