Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 13:6 - Изге Яҙма

6 Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә аша тип көтәләрме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 13:6
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


Батша вафат булды. Уны Самарияға алып ҡайтып ерләнеләр.


Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.


– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.


Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:


Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Бабил батшаһы кейҙергән ҡалыпты һындырып ташлайым.


– Һөргөндәгеләрҙең барыһына ла ошо хәбәрҙе юлла, Нехеламдан булған Шемағъяһ тураһында Раббы былай ти: «Мин ебәрмәгән килеш пәйғәмбәрлек итеп, Шемағъяһ һеҙҙе ялғанға ышандырҙы.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ.


Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Һеҙҙең күргәндәрегеҙ ялған, күрәҙәлегегеҙ алдаҡ түгелме ни? Минең һеҙгә әйтмәүемә ҡарамаҫтан: „Раббы шулай белдерҙе“, – тип һөйләйһегеҙ».


Бабил батшаһы менән ант биреп килешеү төҙөшкән йәрүсәлимдәргә был юрау ялған булып тойолор. Әммә Бабил батшаһы, ғәйептәрен хәтергә төшөрөп, уларҙы әсиргә аласаҡ.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.


Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр,


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ