Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 13:14 - Изге Яҙма

14 Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Һеҙ ағартып һылаған диуарҙы ҡолатып ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 13:14
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә; Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә.


Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт, Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар;


Ғәҙеллекте – үлсәм бауы, Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм. Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр, Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм; Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән Илдә аллаһыҙлыҡ таралды».


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Ярһыуымды диуарҙың һәм уны ағартыусыларҙың өҫтөнә түккәндән һуң һеҙгә: „Диуар ҙа, уны ағартыусылар – тыныслыҡ булмаған саҡта Йәрүсәлимгә тыныслыҡ тураһында күренмештәр күреп пәйғәмбәрлек иткән Исраил пәйғәмбәрҙәре лә юҡ инде“, тип әйтермен», – тип белдерә Раббы Хаким. –


Япмаларығыҙҙы йыртып ташлайым һәм халҡымды ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Инде улар һеҙҙең табышығыҙ булмаҫ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шул арҡала һеҙ башҡаса уйҙырма күренмештәр күрмәҫһегеҙ һәм күрәҙәлек итмәҫһегеҙ. Мин халҡымды һеҙҙең ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.


Мин ул кешегә ҡаршы боролормон, уны башҡаларға һабаҡ һәм ғибрәт итермен, халҡым араһынан ҡыуырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


«Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –


Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села


Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ