Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 12:11 - Изге Яҙма

11 Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн билдәмен, – тип әйт. – Мин һиңә нимә эшләйем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 12:11
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты.


Сидкияһтың улдарын уның күҙ алдында сәнсеп үлтерҙеләр, унан үҙенең күҙен һуҡырайттылар һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып киттеләр.


Эй ҡамауҙа ултырған Йәрүсәлим халҡы! Әйберҙәреңде ерҙән йыйнап ал!


Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».


Ярлыларҙың ҡайһы берәүҙәрен, ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм ҡалған һөнәрселәрҙе Невузарадан һөргөнгә оҙатты.


Ә һин, әҙәм улы, һөргөнгә киткәндәге һымаҡ кәрәк-ярағыңды әҙерлә, уларҙың күҙ алдында көпә-көндөҙ юлға сыҡ. Һинең, өйөңдө ташлап, башҡа ергә киткәнеңде барыһы ла күрһен. Кем белә, бәлки, фетнәсел халыҡ булһалар ҙа, аңларҙар.


Эңер төшкәс, уларҙың күҙе алдында йөгөңдө яурыныңа һал да юлға сыҡ. Ташлап киткән ереңде күрмәҫ өсөн йөҙөңдө ҡапла. Мин һине Исраил халҡына бер билдә итеп ҡуйҙым.


Эй әҙәм улы, бер кирбес алып, уны алдыңа ҡуй ҙа өҫтөнә Йәрүсәлим ҡалаһын төшөр.


Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр.


Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ