Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 11:13 - Изге Яҙма

13 Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 11:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне.


Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр, шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр.


Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным.


Миңә нисек бойоролған булһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем. Пәйғәмбәрлек иткән сағымда тауыш ҡупты, һөйәктәр хәрәкәткә килде һәм бер-береһенә тоташа башланы.


– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.


Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым.


Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.


Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Һәм мин: – Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең. Шунда уҡ Бар-Йеһошуағты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.


Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.


Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ