Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 1:3 - Изге Яҙма

3 Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 1:3
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде.


Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.


Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


«Раббы беҙгә Бабилда ла пәйғәмбәрҙәр бирҙе», – тип әйтәһегеҙ.


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Кирубтар күтәрелде. Улар мин Кевар йылғаһы буйында күргән йән эйәләре ине.


Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.


Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.


Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем.


Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.


Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.


Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.


Ә беренсе айҙың егерме дүртенсе көнөндә мин бөйөк Тигр йылғаһы буйында инем.


Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.


Йоил Пеҫуил улына Раббы һүҙе булды.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ