Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 1:28 - Изге Яҙма

28 Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп йөҙтүбән ергә ҡапландым, мин бер тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 1:28
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.


Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ?


Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.


Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.


Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Ҡараһам, көнсығыш яҡтан Исраил Аллаһының шөһрәте килә. Уның килеүенең тауышы ташҡын һыуҙарҙың шаулауы кеүек ине. Ер йөҙө Уның шөһрәтенән балҡып китте.


Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Теге ваҡытта үҙәндә күргәндәге кеүек, алдымда Исраил Аллаһы шөһрәте ине.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.


Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған.


Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ