Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 8:8 - Изге Яҙма

8 Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 8:8
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе барлыҡ енәйәттәрегеҙҙән таҙартҡан көндө ҡалаларығыҙҙы төйәкләндерермен, емереклектәр ҡайтанан төҙөлөр.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан, Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар. Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм. Раббы шулай тип белдерә.


Йәһүҙә – мәңгелеккә, Йәрүсәлим быуындан-быуынға ҡалыр.


Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ.


Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.


Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ