Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 8:20 - Изге Яҙма

20 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 8:20
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең исемең хаҡына алыҫ илдән килһә,


Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.


Эй Раббыбыҙ бар ҡылғандарҙың һәммәһе! Ул хакимлыҡ иткән һәр урында Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Көндәребеҙ Һинең асыуың аҫтында үтә, Бер һулыш һымаҡ юғала йылдарыбыҙ.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Һөҙөмтәлә, Минең халҡым Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен, Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.


Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ