Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 7:11 - Изге Яҙма

11 Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 7:11
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай.


Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне.


Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар, Тыңлағыҙ Мине!


Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор.


Ҡылыс хөкөмөнә тапшырырмын: Һәммәгеҙ теҙ сүгерһегеҙ, боғаҙланырһығыҙ. Сөнки саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ, Мин әйттем – тыңламанығыҙ; Мин яман һанағанды ҡылдығыҙ, Мин хуш күрмәгәнде һайланығыҙ».


Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»


Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ.


– Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Әммә улар тыңламаны, ҡолаҡтарына ла элмәне, тиҫкәре яуыз күңелдәре теләгәнсә йәшәне, алға бармай, артҡа киттеләр.


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар.


Үҙенең боттары арҡаһында Миңә сит-ят булып киткән Исраил халҡы йөрәге менән аңлаһын өсөн эшләйем Мин быны».


Әммә Исраил нәҫеленең һине тыңлағыһы килмәйәсәк, сөнки улар Мине тыңларға теләмәй. Бөтә Исраил нәҫеле тиҫкәре һәм башбаштаҡ.


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.


Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?


Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.


– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –


Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ