Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 6:6 - Изге Яҙма

6 Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 6:6
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».


Был көн – Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала.


Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.


Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер


Төньяҡ батша көньяҡ батшаның ерҙәренә баҫып инер, ләкин кире үҙ иленә сигенер.


Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ