Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 4:14 - Изге Яҙма

14 – Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 – Былар бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 – Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 4:14
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.


Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


Йән дуҫыма уның йөҙөм баҡсаһы тураһында йырлайым әле: Ере уңдырышлы ҡалҡыулыҡта Йән дуҫымдың йөҙөм баҡсаһы бар ине.


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне.


«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».


Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.


Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.


Ҡарағыҙ, бөтә ер йөҙөнөң Хужаһының Килешеү һандығы һеҙҙең алдан Иордан йылғаһына инә.


Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.


Был шаһиттар – бөтә ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике шәмдәл.


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ