Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 3:7 - Изге Яҙма

7 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 3:7
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.


Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.


Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.


Шулай итеп, улар Осрашыу сатыры һәм изге урын өсөн яуаплы була, шулай уҡ ҡәрҙәштәре – Һарун нәҫелдәренә Раббы йортонда хеҙмәт иткәндә ярҙамлаша.


Ашлыҡты кем урған, шул ризыҡланыр, Ул Раббыға маҡтау йырлар. Йөҙөмдө йыйғандар шарапты Изге ҡорамым ихатаһында эсер».


Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ».


Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


Шунан Раббы фәрештәһе Йеһошуағҡа өгөт-нәсихәт ҡылып әйтте:


– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ