Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 2:5 - Изге Яҙма

5 Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 2:5
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды, Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде. Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте: «Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!»


«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Ерҙәренә үҙҙәренең исемдәрен ҡушһалар ҙа, Ҡәберҙәре – улар өсөн мәңгелек йорт, Быуындан-быуынға улар шунда ҡалыр.


Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа, Байҙар менән ярлылар ҙа!


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.


Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә, Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр.


Дөрөҫ, унда – киң йылғалар, инештәр илендә – Ҡөҙрәтле Раббы беҙҙең менән булыр. Унда ишкәкле кәмәләр инмәйәсәк, Ҙур караптар үтә алмаясаҡ.


Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор.


Үлсәү һыҙығы артабан Гарев ҡалҡыулығынан үтеп Гоғаға табан боролор.


Шуға күрә, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп, Гогҡа әйт, Раббы Хаким былай ти: «Минең халҡым Исраил хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәгән көндө һин был турала беләсәкһең.


Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.


Был кеше, ҡулына үлсәй торған бау тотоп, көнсығышҡа табан атланы. Мең терһәк үлсәне лә мине һыу аша алып сыҡты. Һыу шайтанашыҡ тәңгәленән ине.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр; Уғы йәшен кеүек осоп сығыр. Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр, Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер.


Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».


Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ