Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:6 - Изге Яҙма

6 Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.


Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Мин ергә ҡараным: Ана ул, рәүешһеҙ, буп-буш; Күккә баҡтым – унда ла яҡтылыҡ юҡ.


Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.


Баш осоңда нурын сәскән Бөтә күк есемдәрен ҡаплармын, Ереңде ҡараңғыға бырғармын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.


Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!


Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.


Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Был хәлдәр хаҡында Алла Йоил пәйғәмбәр аша алдан әйткән:


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ