Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:20 - Изге Яҙма

20 Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек изге булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:20
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр эшлә.


Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн һауыт-һаба: саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн кәсәләр һәм ҡомғандар эшләне.


Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.


Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын.


Ите бешерелгән балсыҡ һауыт ватылырға тейеш. Әгәр ҙә баҡыр һауытта әҙерләнһә, һауытты яҡшылап таҙартырға һәм һыу менән йыуырға кәрәк.


Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне.


Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр.


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар. Улар дошмандарын тар-мар итер, Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр, Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер, Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр, Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.


Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш.


Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Шунда тауыш икенсе тапҡыр яңғыраны: – Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!


– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты.


Күктән тауыш миңә тағы: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!» – тине.


Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм ҡаһиндар иттең, улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


уны ҡаҙанғамы, кәстрүлгәме, табағамы, көршәккәме тыға, сәнскегә нимә эләгеп сыға, шуны ҡаһин өсөн ала. Улар Шилоға килгән бөтә исраилдар менән дә шулай ҡылана торғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ