Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:12 - Изге Яҙма

12 Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:12
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк».


Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар, Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр.


Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер, Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар,


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.


Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын.


Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Ул көндө Раббы Йәрүсәлимгә һөжүм итергә маташҡан бөтә ҡәүемдәрҙе юҡ итә башлар.


Ошондай уҡ үләт дошман ғәскәрҙәренең тупламдарындағы бөтә мал-тыуарға: аттар, ҡасырҙар, дөйәләр һәм ишәктәргә лә төшөр.


Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер.


Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.


– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр.


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар.


Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.


Раббы үҙегеҙҙе һәм тоҡомдарығыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетһеҙлектәр, яман һәм оҙайлы ауырыуҙар менән язалар.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ