Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 13:8 - Изге Яҙма

8 Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 13:8
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Халҡым араһынан гонаһлылар, „Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр».


Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ