Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 11:3 - Изге Яҙма

3 Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет; Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 11:3
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә; Йәш арыҫландай үкерә улар, Табыштарын эләктереп, Һөйрәкләп алып китәләр – Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ.


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?»


„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.


«Нимә ине һинең әсәң? Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан! Ул йәш арыҫландар араһында ятыр, Балаларын үҫтерер ине.


Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Эй кипарис, ҡысҡырып ила, Сөнки кедр ағасы йығылды, Мәғрур ағастар юҡ булды. Илағыҙ, эй Башан имәндәре, Ҡара урмандар ҡырылды.


Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ