Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 11:17 - Изге Яҙма

17 Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 11:17
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне.


Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.


Кем бер файҙаһыҙ илаһ яһай, бот ҡоя һуң?


Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары, Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр.


Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшаһының һарайына бар ҙа ошоларҙы һөйлә:


– Көтөүемдәге ҡуйҙарымды һәләк иткән һәм таратҡан көтөүселәргә – ҡайғы! – тип белдерә Раббы. –


Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –


Раббы Хаким былай ти: «Бер ниндәй ҙә күренмеш күрмәгән, үҙҙәрең уйҙырмаларын ғына һөйләгән ахмаҡ пәйғәмбәрҙәргә ҡайғы!


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


Раббы миңә: – Тағы бер тапҡыр көтөүсе булып яллан, тик был юлы эшкә ашмаған көтөүсе, – тине. –


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ.


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Ғайса: – Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә килдем, – тине.


Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды.


Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.


Бына, шундай көндәр килә: һинең дә, атаң нәҫеленең дә көсөн ҡоротасаҡмын, тоҡомоңдан һис кем өлкән йәшкә еткәнсе йәшәмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ