Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 10:9 - Изге Яҙма

9 Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар; Балалары менән бергә тере ҡалып, кире ҡайтырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар; Балалары менән бергә тере ҡалып кире ҡайтырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар; Балалары менән бергә тере ҡалып, кире ҡайтырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 10:9
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә инде Миңә кире ҡайтып, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, күктең арғы яғына ҡыуылған булһағыҙ ҙа, унан йыйып алып, исемем төйәк итһен өсөн Үҙем һайлаған урынға алып килермен», – тигәйнең.


Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.


«Эй Яҡуп, быларҙы иҫеңдә тот. Иҫеңдә тот, Исраил, сөнки һин – Минең ҡолом! Мин бар ҡылдым һине, һин – Минең ҡолом; Мин һине онотмам, Исраил!


Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.


Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр.


– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын.


Ҡылыстан ҡотолғандар, ҡасығыҙ, туҡтамағыҙ! Алыҫ илдә лә Раббыны онотмағыҙ, Йәрүсәлим күңел түрегеҙҙә булһын».


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Бына Минең әмерем: Исраилды башҡа ҡәүемдәр араһына таратырға, Иләк аша үткәрергә, Таш та үтерлек булмаһын.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.


Әгәр һин, ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан тағы ла еңелерәк ялғаныр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ