Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 10:3 - Изге Яҙма

3 «Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 – Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе Көтөүе – Йәһүҙә халҡын – ҡайғыртыр. Уны ғорур һуғыш аты итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 «Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 10:3
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә. Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя, Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен, Яу оранын ишетә.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.


Бит алмаңды һырғаларың биҙәп тора, Мунсаҡ тағылған муйының ниндәй гүзәл!


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен, Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар.


Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр.


Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.


Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын.


Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор.


«Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, – Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын, Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!


– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ