Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 10:10 - Изге Яҙма

10 Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 10:10
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».


Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.


Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан, Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар. Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм. Раббы шулай тип белдерә.


Әсирлектән ҡайтыусылар, исраилдар ғәскәре, Сарефаҫҡа тиклем бөтә Ҡәнғән ерҙәрен, Йәрүсәлимдән һөргөнгә ебәрелеп, әле Сефарадта йәшәүселәр Негев ҡалаларын биләр.


Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын.


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ