Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 1:12 - Изге Яҙма

12 Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 1:12
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап сара күрмәҫ, Енәйәттәребеҙҙең ҡоһорон ҡайтармаҫ.


Ата балаларына нисек рәхимле булһа, Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға шулай шәфҡәтле.


Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр.


Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын.


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт, Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар;


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Уларҙың берәүһе йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттан: – Был ғәжәйеп хәлдәр ҡасан бөтөр икән? – тип һорай.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Ҡасанғаса, Раббы, ярҙам һорап ялбарырмын, Ә Һин ишетмәйһең; «Золом бар!» – тип Һиңә һөрәнләрмен, Ә Һин ҡотҡармайһың!


– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ