1 Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.
Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған, Дауыт йортоноң тәхеттәре.
Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.
Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә, Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә, Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ.
Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.
Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.
Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше
Урман ағастары араһындағы алмағас һымаҡ Минең һөйгәнем егеттәр араһында. Уның күләгәһендә ултырып зауыҡланам, Емешенең таты ауыҙымдан китмәй.
Һин ярлы өсөн – һыйыныс, Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә, Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың. Сөнки залимдарҙың һулышы – Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ.
Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.
Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.
Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.
Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин халҡымды алыҫтағы ҡәүемдәр араһына һипһәм дә, төрлө илдәргә таратһам да, барған урындарында уларға Мин Үҙем ваҡытлыса Изге торлаҡ булдым».
Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.