Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 9:19 - Изге Яҙма

19 Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 9:19
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,


Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.


Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села


Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең.


Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ, Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына!


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.


«Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр, Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар. Мин шул ерҙә ултырырмын, Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын».


Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын».


«Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».


Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер.


Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.


Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ