Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 71:5 - Изге Яҙма

5 Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Батшаның ғүмере ҡояш менән ай ғүмереләй Быуындан-быуынға дауам итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 71:5
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.


Улар оло дәһшәткә төшәсәк, Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы.


Ҡорбан-саҙаҡаларға һушың китмәне, Тотош яндырыу, гонаһ ҡорбандарын талап итмәнең. Әммә минең ҡолағымды астың.


Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Эй Исраилдың Өмөтө, Ҡайғылы сәғәттә Ҡотҡарыусыбыҙ! Ниңә Һин был ерҙә килмешәктәй, Ҡунырға туҡталған үткенсе кеүекһең?


Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.


Минең өсөн дәһшәт булмаһаңсы! Афәт көнөндә Һин – минең һыйынысым.


Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы, Раббы – уның ышанысы!


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ