20 Ишай улы Дауыттың доғалары ошонда тамам.
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?
Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.
Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,
Сатырыңда мәңге йәшәйемсе, Ҡанатың аҫтына һыйынайым. Села
Йә Раббы, доғамды ишет, Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал!
Сөнки Раббы – бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.
Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның.
Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.
Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.
Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.
Ә «юғарыға күтәрелеп» тигәне «Мәсих ерҙең иң түбән урындарына ла төшкәйне» тигән мәғәнә бирә.
Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.
Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.