Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 71:19 - Изге Яҙма

19 Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 71:19
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.


Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села


Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ.


Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.


Улар усаҡҡа яғырға әҙерләнгән, Әле гөлтләп янып киткән, Ҡаҙанды йылытып та өлгөрмәйенсә Елгә осҡан сәнскәк һымаҡ булһын.


Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй.


Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары, ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ.


Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?


«Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.


Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер.


Сөнки, күктәр нисек ер йөҙөнән бейек булһа, – ти Раббы, – Минең юлдарым – һеҙҙең юлдарҙан, Уйҙарым һеҙҙең уйҙарҙан бейегерәк.


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды – Уның исеме мөҡәддәс.


«Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ