Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 68:4 - Изге Яҙма

4 Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 68:4
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!


Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.


Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел.


Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар, Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр! Исемеңде яратҡандар, әйҙә Һиндә һөйөнөс тапһындар.


Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен; Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын. Села


Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!


Ә тәҡүәләр ҡыуанһын, Байрам итһендәр Алланың хозурында, Шатланып күңел асһындар.


Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен.


Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.


Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ