Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 65:3 - Изге Яҙма

3 Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Аллаға былай тиегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 65:3
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Амус улы Ишағыяһ Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхеривҡа ҡағылышлы доғаңды ишеттем.


– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.


Йөрәгем аяуһыҙ янды, Уйҙарыма ялҡын ҡабынды, Телемдән һүҙҙәр түгелде:


Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Мысырҙан бер йөҙөм ботағы алып килдең, Ҡәүемдәрҙе ҡыуып, уны тупраҡҡа ултырттың.


Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.


Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. –


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәтегеҙгә ҡаршы булғанды теләй. Улар бер-береһенә ҡаршы тора, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ