1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!
Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. Мин Раббыға һөрән һалам, Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам.
Раббы – минең көсөм һәм ҡалҡаным. Ихлас күңелдән Уға ышандым, Ә Ул ярҙамынан ташламаны. Бар булмышым менән ҡыуанам, Йырым менән Уға шөкөрана ҡылам.
Йәнемә теш ҡайрағандар хур булһын! Яуыз ниәт йөрөткәндәр, Оятҡа ҡалып, кире боролһон!
Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.